Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә

30 Июня 2020
18
0

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау участкалары 25 июндә асылды. Унда һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән килә ала. 1 июлгә тиклем Өфөлә 435 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һаҡланыу саралары – тәү сиратта. Шуға ла Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары тауыш биреүселәрҙең өйҙәренә юллана. Исемлектә өлкән йәштәге кешеләр, сәләмәтлеге буйынса сикләнгән граждандар, ғөмүмән, ярҙамға мохтаж кешеләр.

- Миңә 71 йәш, шуға ла тауыш биреү өсөн һайлау участкаһына йөрөү мәшәҡәтле. Мин комиссия ағзаларын өйгә саҡырып граждандыҡ бурысымды үтәнем. Тауыш биреү тиҙ, уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа үтте, - хеҙмәт ветераны Алла Кулагина.

Конституцияға төҙәтмәләргә тауыш биреү өсөн дөйөм участкаларҙан тыш махсус һайлау урындары билдәләнгән. Өфөнөң медицина колледжы биләмәһендә насар күргән, ишетмәгән, хәрәкәт итеү һәләтен юғалтҡан граждандар өсөн һайлау участкалары ойошторолдо. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Алдан әҙерләнгән белгестәр уларға бар яҡлап та ярҙам итергә тырыша.

Гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр һаны башҡа йылдар менән сағыштырғында, күпкә аҙ, әммә сәйәси сараны ойоштороусыларҙың да маҡсаты тап шулай. Мөһим сара пандемия осоронда үтә. Өфөлә сәхнә оҫтаһы, актриса Рушана Бабич тормош иптәше режиссер Булат Йосопов менән тауыш бирҙе. Ижади ғаилә гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн тәүге тапҡыр улдары менән килде. Егеткә быйыл ғына 18 йәш тулған.

Илдең төп документына индереләсәк төҙәтмәләр Рәсәй тормошоноң төрлө өлкәләренә ыңғай йоғонто яһаясаҡ тип күҙаллана. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров фекеренсә, Конституцияға төҙәтмәләр тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәтен артабан камиллаштырырға мөмкинлек бирә. Тәбиғәтте, биологик төрлөлөктө һаҡлау, дөйөм алғанда экология мәсьәләһе киҫкен торған илебеҙҙә был үҙгәрештәр күптәрҙең йәшәйешенә ҡағыла.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы полковник Кашаф Сәмиғуллин гражданлыҡ бурысын үтәне. Тауыш бирергә ул тормош иптәше Сәзидә Мөхәммәтлатип ҡыҙы менән килде. 97 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветерандың хәтере яҡшы. Совет осоронан алып һайлауҙарға йөрөү үҙенә ҡарата байрам кеүек. Үҙ тауышыңды биреү - илде һаҡлаған кеүек һәр кешенең гражданлыҡ бурысы, тип билдәләй Кашаф Әғлетдин улы. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, һәр һайлау участкаһында граждандарға бер тапҡыр файҙаланыла торған битлек, бирсәткәләр һәм ручка бирелә. Шулай уҡ ингән урында температураһы үлсәнә.

Илдең төп законына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреүҙә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры ла ҡатнашты. Айбулат Хажин Дим биҫтәһенең 161-се лицейында урынлашҡан 29-сы һайлау участкаһына ғаилә ағзалары менән бергә килде. Уның фекеренсә, үҙгәрештәр осоронда һәр гражданиндың тауышы мөһим.

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү республиканың район-ҡалаларында ла дауам итә. Иглин, Күгәрсен райондары, Күмертау, Сибай ҡалаларында ла һайлау процедураһы йорт шарттарында ойошторолған.

Һайлау участкаларында һәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү ойошторола, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә. Шуға күрә граждандарға борсолорға сәбәп юҡ. Һайлау бюллетененә билдә ҡуйып, тауыш биреүгә быйыл бер аҙна бирелде. Ил киләсәге өсөн һайлауҙар 1 июлгә тиклем дауам итә.

БСТ

  • Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә