Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан

Тәбиғәт иркен тын алып ҡалды

8 Сентября 2020
14
0

Һауа торошо ҡояшлы һәм ҡоро торғанда саф һауаға сыҡҡы ғына килеп тора. Ошо мәлде файҙаланып, республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында өмәләр үтте.

Өмәләргә тәбиғәт парктары биләмәләре лә ҡушылды. Ҡандракүл һәм Асылыкүл буйҙары таҙартылды. Бөрө районындағы Шәмсетдин күле һәм Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Зәңгәр күл буйҙарындағы сүп өйөмдәре таҙартылды. Өмәселәр йәмғеһе 20 кубометр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйған.

Шәмсетдин күлендә үткән өмәлә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Яков Кугубаев та ҡатнашҡан.

- Күлдең һыуы һуңғы йылдарҙа бермә-бер кәмене. Уны ҡотҡарырға кәрәк. Элек һыу күләме 2,5 метрға юғарыраҡ ине. Яр буйҙарын район менән бергәләп таҙартабыҙ, әммә көс етеңкерәмәй, сөнки Өфөгә яҡын ятҡан күлгә ял итергә килеүселәр күп. Тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр беҙгә ҡушылһа, шат булыр инек. “Алып килгәнһең икән, сүбеңде алып кит!” тигән девиз менән йәшәйек. Әйткәндәй, бөгөн күл буйынан ете кубометр сүп-сар йыйҙыҡ, - ти ул.

Бөрө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Яна Чернышенко билдәләүенсә, күлде һаҡлау, уның хәлен яҡшыртыу өсөн күп көс һалына.

- Күлдә йәйгеһен һыу инер өсөн пляж эшләнде. Бының өсөн водолаздар йәлеп ителде. Улар күл төбөнән бөтә сүпте сығарҙы, - ти ул.

Борай районында ла күләмле экологик өмәләр үткән. Уларҙың иң мөһиме – “Таҙа Танып” акцияһы. Ул инде матур йолаға әүерелгән һәм былтырҙан башлап йылға буйҙарын таҙартыу эстафетаһы Пермь крайына тапшырыла. Акцияға нигеҙ һалыусы – Башҡортостандың Тәбиғәттән фаҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты, Башҡортостандың атҡанған экологы Рифат Сафин.

- Акция сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Танып йылғаһы аҡҡан бөтә биләмәләрҙе – Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Краснокама - үтеп, Пермь өлкәһенең Чернушки районында тамамланасаҡ. Быйыл пандемия арҡаһында ауыл биләмәләренән 30 – 40 кеше генә ҡатнаша. Башҡа йылдарҙа иһә халыҡ күпләп йыйыла ине. Танып йылғаһы менән бер рәттән уға ҡойған бәләкәй йылғалар Йоҡ, Ар, Ҡыйғаҙы, Ҡарыш йылғалары ла таҙартыла. Йыл һайын яҡынса 150 кубометр ҡый сығарабыҙ. Быйыл беҙҙең акцияға 13 район ҡушылды! – ти ғорурлыҡ менән Рифат Хәтип улы.

Баш ҡалбыҙ Өфөлә иһә иң әүҙем экохәрәкәттәрҙең береһе “Таҙа Өфө” үҙенең “Төҫлө шәмбе”ләре менән ҡаланың ете районында эш башланы. Проекттың етәксеһе Елена Воробьева парктарҙы, урмандарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыуға күп көс һала.

- Беҙҙең төҫлө өмәләр Октябрь районында һәм Дим биҫтәһендә үтте. Октябрь районында (ул беҙҙең ҡыҙыл төҫтәге өмә) уҙған сарала 50 кеше ҡатнашты, йәмғеһе 3,2 гектар ер сүптән таҙартылды. Ҡыҙғылт һары төҫ Дим биҫтәһендә. Бындағы өмәлә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. 2,7 гектар ер сүптән таҙартылды һәм ике "КамАЗ" ҡаты көнкүреш ҡалдығы йыйылды. Артабан өмәләр тағы биш районда үтәсәк. Беҙ битараф булмаған өфөләрҙе өмәгә саҡырабыҙ. Бирсәткәләр, тоҡтар бушлай таратыла, - тип өмәгә саҡыра Елена.

Елена Воробьева фотоһы, автор: Лилия Нуретдинова