Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан

Башҡортостан тәжрибә уртаҡлашты

8 Сентября 2020
22
0

Ошо көндәрҙә Ҡазанда Татарстан нефть һәм газ химияһы форумы нигеҙендә “Экология” милли проектына арналған “түңәрәк өҫтәл” булды.

 Башҡортостандан форумда тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов ҡатнашты. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты сараларын республика биләмәһендә тормошҡа ашырыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

 Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу”, “Таҙа ил”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” кеүек федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Таҙа ил” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән былтыр Өфөлә һәм Нефтекамала 16 сүплек ябылған, Дәүләкән, Сибай, Баймаҡ, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәнә алты сүплекте бөтөрөү буйынса проект документтары әҙерләүгә алты дәүләт килешеүе өҙөлгән. Тиҙҙән тағы ла хәүефле өс объектты ябыу күҙаллана. Уларға бәйле проектлау эше бара.

 Бынан тыш, Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу ҡоролмаһы төҙөлөшө һәм реконструкцияһы тамамланған, ә “Уникаль һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” федераль проектына ярашлы, 2020 – 2021 йылдарҙа Дим йылғаһын таҙартыу проекты эшләнә.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 Фото: ecology.bashkortostan.ru, автор: Лилия Давлетбакова