Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан

Һыу ятҡылыҡтарында хәл яҡшыра

14 Октября 2020
6
0

Быйыл Башҡортостанда ике тапҡырға күберәк ирекмәндәр йылға-күл буйҙарын таҙартырға сыҡҡан.

13 октябрҙә Өфөлә, “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, республиканың Ирекмәндәр үҙәге ярҙамында “Таҙа яр” марафоны үткәрелде.

Сара ваҡытында тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған кешеләр 9,5 тонна ҡалдыҡ йыйған. Ҡариҙел буйҙарын сүп-сарҙан таҙартҡандар. Акция барышында йәй йыйылған сүп-сар алып ташланған. Был Өфө халҡы өсөн бик мөһим, сөнки барыһы ла эсәр һыу менән бәйле.

Һыу ятҡылыҡтарындағы экологик хәл һәм уларҙы яҡшыртыу хаҡында Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының “Һыу хужалығы комплексы үҫеше үҙәге” федераль дәүләт бюджет ойошмаһы директоры Илья Разбаш, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.

“Һуңғы ун йыл эсендә айырым һыу ятҡылыҡтарында хәл яҡшырҙы. Был ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге һәм башҡа күрһәткестәр буйынса ла күренә. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Өфөлә йыйылған бысраҡ һыуҙарҙың һыу объекттарына төшөүе 2009 йылдағы 156,7 миллион кубометрҙан 2018 йылда 99,2 миллион кубометрға тиклем кәмегән. “Рәсәй һыуы” федераль маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырылған ваҡытта 2,5 миллиард һум аҡса инженер селтәре һәм ярҙарҙы нығытыу ҡоролмаларын төҙөүгә, үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелгән”, – тип белдерҙе Илья Размаш. Урал Искәндәров та, эпидемиологик хәл сәбәпле сикләүҙәр булһа ла, күп кеше ирекмәнлек әүҙемлеге күрһәтә, тине.

Башҡортостан бер нисә йыл инде “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акцияла әүҙем ҡатнаша. Был эш “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Акция саралары республикала йыл һайын апрелдән октябргә тиклем үткәрелә һәм “Йәшел Башҡортостан” экологик проекты планына индерелгән.

Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор: Айһылыу Низамова