Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан

Ҡариҙел яры таҙарып ҡалды

14 Октября 2020
9
0

Бөгөн “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Өфөлә “Таҙа яр” марафоны үтте. Унда республика ирекмәндәр үҙәге ирекмәндәре һәм теләге булған һәр кеше ҡатнашты. Сүп-сарҙан Ҡариҙел йылғаһы ярҙары таҙартылды. Сарала ҡатнашырға теләгән кешеләр Рыльский урамы менән Ҡариҙел яры буйы урамдары киҫелешкән ерҙә осрашты.

Йылға ярынан йәй буйы тупланған ҡалдыҡтар йыйылды. Акция ҡала халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки Ҡариҙелдә ҡаланың эсәр һыу йыйыу ҡорамалдары урынлашҡан.

Махсус һаҡланған биләмәне йыйыштырыу эшендә ирекмәндәр менән бергә блогер Марина Дворникова ла ҡатнашты.

Ирекмәндәр өсөн күңел асыу программаһы һәм туҡланыу ойошторолдо, ә иң әүҙем ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр ҙә алды. Тоҡ һәм бирсәткәләр урында бирелде.

Башҡортостан йылға ярҙарын таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһында бер нисә йыл рәттән ҡатнаша. Ул “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланғайны.

Былтыр был акция сиктәрендә илдә 24200 километр яр таҙартылып рекорд ҡуйылғайны. Дөйөм алғанда, акция биш йыл үткәрелә һәм илдең иң ҙур экологик башланғысы булып тора. Ул 5 миллион самаһы кешене берләштерҙе. Акция былтыр беренсе тапҡыр “Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторолғайны.

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Автор: Альфия Мингалиева