Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан

“Беҙҙең бурыс – ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тәртибен булдырыу”

25 Сентября 2020
3
0

Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына бәйле реформа бара. Ул ҙур ауырлыҡ менән башланып киткәйне, әммә бөгөн халыҡ, эштең көйләнгәнен күреп, уның ыңғай яҡтарын баһалай башланы. Ғәмәлдә тәүге үҙгәрештәргә халыҡ һағайып ҡараһа ла, уның нигеҙендә илдәге экологик хәлде яҡшыртыу, рөхсәтһеҙ сүп-сар өйөмдәрен бөтөрөү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса көйлө инфраструктура булдырыу маҡсаты ҡуйылғанлығын яҡшы аңланы. Йәшерен-батырыны юҡ, Башҡортостанда ла реформа ауырлыҡ менән башланғайны. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан һайланылған төбәк операторҙарына ла еңелдән булманы. Төбәктәге биш зонаның иң ҙуры – Урал аръяғы райондары өсөн “ЭкоСити” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы яуап бирә. Ошо ойошманың генераль директоры Семен Геннадиевич ЗЕМСКОВ менән әңгәмәбеҙ көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында.

– Урал аръяғы – ҙур зона. Эште нисек ойошторҙоғоҙ?

– Тәү сиратта шуны билдәләгем килә: был сара ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләү өлкәһен үҙгәртеп ҡороу түгел, ә яңы йүнәлеш булдырыу. 2019 йылға тиклем күп фатирлы йорттарҙа был хеҙмәтте идарасы компаниялар башҡарҙы. Улар сүп-сарҙы алып китеү өсөн транспорт яллап, артабан уның ҡайҙа һәм кем тарафынан эшкәртелеүе өсөн яуап бирмәй ине. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн алып китеүселәр яуап бирҙе. Аңлылары яҡындағы сүп-сар полигонына алып барып тапшыра ине, ә бына намыҫһыҙҙар араһында күрше урман ситенә түгеүселәр ҙә табылды.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, был өлкәлә тәртип булманы. Бөгөн иһә хәл бөтөнләй башҡаса. Төбәк операторы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын сығарыу хеҙмәте өсөн тулыһынса яуап бирә. Йәнә лә был бизнесҡа йәлеп ителгән ойош­маларҙы берләштереп, уларҙың эшен көйләй.

Беҙҙең компанияның эш майҙаны ҙур, әлбиттә: 22 ҡала һәм район, йәмғеһе 1,3 миллион кеше йәшәгән биләмә. Ауырғазынан Ғафури районына тиклем, Силәбе өлкәһе сигенән Ырымбурға тиклемге ер өсөн беҙ яуаплы.

Шуны билдәләгем килә: эшмәкәрлектең тәүге йылында уҡ үҙебеҙ яуаплы биләмәләге ҡала һәм ауылдарҙың 99 процентында эште ойоштора алдыҡ. Бер процент – ул йә төпкөлдә урынлашҡан, йә өс-дүрт йорттан ғына торған ауылдар. Улар иҫәптә бар, ваҡыты-ваҡыты менән уларҙан сүпте алып китәбеҙ. Килешеүҙәр төҙөлгән.

– Белгестәр әйтеүенсә, үҙгәрештәр башланған саҡта уҡ, республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарының күпселеге үҙ ресурстарын тултырғайны. Беҙгә заманса һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ сүплектәр кәрәк. Һеҙҙең фекерҙе ишетке килә.

– Эйе, полигондар кәрәк. Тик тәү сиратта инфраструктураны яҡшыртыу буйынса эш алып барыу мотлаҡ. Беҙҙең биләмәлә ҙур ҡалалар – Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай урынлашҡан. Был ҡалаларҙа күптән эшләйбеҙ, шуға күрә бында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм күмеү мөмкинлеге биргән ҡеүәтле полигондар бар.

2015 йылда йылына 200-әр мең тонна сүпте сортҡа айырған комп­лекс төҙөнөк. Ул бөгөн дә республикалағы иң ҡеүәтле комплекстарҙың береһе һанала. Комплексҡа һалынған инвестиция күләме 600 миллион һумға барып баҫты.

Алдағы йылдарҙа тағы ла ошондай уҡ суммаға инвестициялар йәлеп ителәсәк, сөнки ҙур экотехнопарк төҙөү буйынса ҡарар ҡабул ителде. Беҙ төҙөгән комплекстар кәм тигәндә тағы ун йылға тиклем эшләйәсәк.

Был биләмәләрҙә ҡаты көн­күреш ҡалдыҡтарын эшкәрткән заводтар ҙа бар. Тик көньяҡҡараҡ ҡараһаҡ, хәл бөтөнләй икенсе. Мәҫәлән, Мәләүез районында полигондар етешмәй. Ҡасандыр төҙөлә башлағандары ташландыҡ хәлдә, инфраструктура бөтөнләй юҡ. Белорет районында иһә полигон бар, тик ҡаланы ғына хеҙмәтләндерә, яҡын-тирәлә урын­лаш­ҡан ауылдарҙы солғай алмай. Район тураһында әйтеп тә тормайым.

Сүп-сар өйөмдәре булмаһын өсөн, ҡасандыр төҙөлә башлап, һуңынан ташланған полигондарҙы тергеҙергә тотондоҡ. Уларҙы эшкә ҡушыу өсөн сығымдар кәрәк.

2018 йылда Рәсәйҙә дәүләт реестрына индерелмәгән сүп-сар йыйыу урындарын файҙаланыу мөмкинлеге бирелде. Төбәк операторҙары 2023 йылға тиклем ошо форсаттан файҙалана ала. Әлбиттә, улар тейешле кимәлдә йыһазландырылған осраҡта.

– Реформаның тәүге көндәрендә үк халыҡ менән бәйләнеш булдырыуға һәм мәғлүмәттәр базаһын төҙөүгә бәйле ауырлыҡтар килеп сыҡҡайны.

– Эйе, шулай. Был эш бөтә Рәсәй өсөн яңылыҡ ине бит, шуға күрә ҡанундарҙың камил булмауы кәртә ине. Әммә Башҡортостан Хөкүмәте был ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итте.

Халыҡҡа уңайлы булһын тип, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләүҙе электр менән тәьмин иткән компанияның иҫәп ҡағыҙҙарына индерҙек. Башҡа төбәктәр иһә айырым квитанция эшләне һәм йәнә ауырлыҡтар менән осрашты: халыҡ квитанцияның асылын аңлама­йынса, тәүге бер нисә айҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған өсөн түләмәгән. Беҙ иһә был ауырлыҡты еңелерәк үттек.

Дөрөҫ әйттегеҙ – мәғлүмәт ба­заһы менән байтаҡ аңлашылма­у­санлыҡ тыуҙы. Уларҙы бөртөкләп тиерлек йыйырға тура килде. Идарасы компаниялар, муниципалитеттар һәм башҡа ойошмалар биргән мәғлүмәттәр бер-береһенән айырыла ине. Бер үк адрес буйынса теркәлгән кешеләр һаны бер ерҙә – бер төрлө, икенсе ерҙә икенсе төрлө күрһәтелгәйне. Ғөмүмән, был проблема Башҡорт­остан өсөн генә хас түгел, бөтә Рәсәй буйынса ла шул уҡ хәл. Беҙ торлаҡта йәшәгән кешеләр һаны буйынса хаҡты иҫәпләп сығарабыҙ, ҡайһы бер төбәктәрҙә хаҡ, киреһенсә, торлаҡтың майҙаны буйынса билдәләнә. Миңә ҡалһа, был ике алым да дөрөҫлөккә бигүк тап килмәй.

Шулай ҙа Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн тариф, илдәге хаҡтар менән сағыштырғанда, иң түбәне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың яңы реформаға күсеү осоронда билдәләнгән “хаҡтар тарифтан кәмерәк булырға тейеш” тигән ҡарары менән тулыһынса килешәм һәм, беҙҙең өсөн ошо ауыр осорҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса күрһәтелгән хеҙмәттең сифатына был йоғонто яһаманы, тип ғо­рурланып әйтә алам.

– Бөгөн халыҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу хеҙмәте өсөн түләүҙәрҙе ваҡытында индерәме?

– Уртаса күрһәткестәрҙе алғанда, халыҡтың 64 – 68 проценты ваҡытында һәм теүәл иҫәпләшә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең 85,7 проценты ай һайын түләп бара. Ә шәхси йорттарҙа йәшәгәндәрҙең ни бары яртыһы ғына аҡсаһын ваҡытында күсерә. Был һандар, минеңсә, бик түбән. Ошо йүнәлештә эште яҡшыртырға кәрәк.

– Киләсәккә пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.

– Тәү сиратта күрһәтелгән хеҙмәт­тең сифатын яҡшыртыу бурысы тора. Йүнәлеште һанлаш­тырыуға байтаҡ инвестиция бүленә. Яҡын киләсәктә ошо программа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын ташыған машиналар­ҙың хәрәкәтен күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Уның ярҙамында графикты боҙоу осраҡтарын күреп торасаҡбыҙ.

Ойошмалар менән мөнәсәбәт­тәрҙе көйләү – шулай уҡ яҡын арала хәл ителә торған мәсьәлә. Беҙҙең зонала 15 меңдән ашыу ойошма эшләй. Улар төбәк операторҙары менән килешеү төҙөргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә уларҙың алты меңе менән генә килешеү төҙөлгән.

– Семен Геннадиевич, реформа тормошҡа ашырыла баш­лау­ға ике йыл үтте. Сит илдәрҙәге һымаҡ, беҙҙең халыҡ сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсергә әҙерме? Нисек уйлайһығыҙ?

– Беҙ яйлап ҡына реформаның төп асылына яҡынлаша башланыҡ. Күптәр экологик хәүефһеҙлек тураһында уйлана. Сүпте айырым йыйған халыҡ ҡатламы бар. Тик беҙгә бит тәү сиратта кешеләргә уңайлы булһын өсөн инфраструктура булдырырға кәрәк: сүп-сарҙың төрлөһө өсөн айырым контей­нерҙар ҡуйыу шарт. Был осраҡта логистика ярҙамында проблеманы хәл итеү мөһим: ҡағыҙҙы – бер сүп ташыу машинаһы, пластикты – икенсеһе, ҡатнаш сүпте өсөнсөһө алып китергә тейеш. Тимәк, төбәк операторы бер машина урынына өсәүҙе ебәрергә мәжбүр була. Был әлегә күп сығым талап итә.

Беҙҙең төп бурыс – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү тәртибен яйға һалыу. Һуңынан күҙ күрер.

Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште