Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан

Министр яуап тотто

20 Января 2021
10
0

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров республиканың төп матбуғат саралары хәбәрселәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Әлбиттә, һорауҙарҙың төп өлөшө ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, тариф өсөн хаҡтарҙың артыуына бәйле булды. Бынан тыш, тәбиғәт парктары, тәбиғәтте һаҡлау һәм һулар һауа сафлығына бәйле һорауҙар яңғыраны.

Урал Искәндәров билдәләүенсә, 2021 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыу буйынса 24 полигон сафҡа инергә тейеш. Иң ҙурҙары – Дүртөйлө районының Йөнтирәк ауылы эргәһендәге “Дүртөйлөмелиоводстрой” йәмғиәтенең полигонын киңәйтеп, ҡеүәтен йылына 598,55 мең кубометрға тиклем еткереү һәм Благовещен районында йылына 410 мең кубометр ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә булған “Регион-капитал” йәмғиәте полигонын тапшырыу. Шулай уҡ сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса 42 объект төҙөү планлаштырыла. Улар араһында иң ҡеүәтлеһе – Өфө районында йылына 400 мең тонна ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мөмкинлеге булған “САХ” йәмғиәте төҙөләсәк, уны быйыл тапшырыу ҡаралған. Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһында, Бәләбәй һәм Баймаҡ райондарында йылына 100 мең тонна сүп-сар етештереү ҡеүәтенә эйә булған эшкәртеү объекттарын сафҡа индереү планлаштырыла. Республикала ҡалдыҡтарҙы бушатып тейәү бурысын үтәгән һәм йылына 10 – 30 мең тонна сүп-сарҙы тейәү ҡеүәте булған – 42, эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса туғыҙ объект барлыҡҡа киләсәк.

Тағы ла йыш яңғыраған һорау – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тарифтарға бәйле булды. Билдәле булыуынса, 2019 йылдың ғинуарынан алып республикала граждандар был коммуналь хеҙмәт өсөн берҙәм түбән тариф буйынса түләй ине. 2020 йылдың 1 сентябренән ул бер ни тиклемгә артты. Элек 70 һум түләгәндәр өсөн ул биш һумға күтәрелде һәм 75 һум тәшкил итте. Быға тиклем 35 һум түләгәндәр кеше башына 55 һум түләй башланы. Был хаҡтар тораҡ пунктынан сүп-сар 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем сығарылғанмы, юҡмы икәнлегенә ҡарап билдәләнгәйне.

Был хаҡтар ҙа ваҡытлыса икәнлеген гел иҫкәртә килдек. Улар сүп-сар реформаһының сираттағы этабы – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм утилләштереү башланғансы ғына ғәмәлдә буласағын гел ҡабатланыҡ. Быға тиклем билдәләгән тарифтар иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән, улар күпкә түбән ине. Был аҙымға аңлы рәүештә барҙыҡ – эшләнмәгән эш өсөн аҡса ала алмай инек. Әле бурыстың беренсе этабы башҡарылды – ҡалдыҡтар сығарыла. Хәҙер иһә киләһе этапҡа күсеп, уны эшкәртә башларға кәрәк, – тине Урал Салауат улы.

Хаҡтар һәр зонала (улар бишәү) республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләгән кимәлгә тиклем етәсәк.

1-се зона – “Махсуслаштырылған автохужалыҡ” предприятиеһы – күп фатирлы йорттарҙа – 75 һум, шәхси йорттарҙа – 76 һум;

2-се зона – “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 96 һум, шәхси йорттарҙа – 97 һум;

3-сө зона – “Экосити” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 94 һум, шәхси йорттарҙа – 96 һум;

4-се зона – “Экология Т” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 95 һум, шәхси йорттарҙа – 96 һум;

4+ зона – “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙа – 104 һум, шәхси йорттарҙа – 106 һум тәшкил итәсәк.

Автор: Лилия Нуретдинова